Хәүефһеҙлек
25 Октябрь 2021, 16:30

Ике районда - үлемесле авария

Өс кеше һәләк булды...

Ике районда - үлемесле аварияИке районда - үлемесле авария
Ике районда - үлемесле авария

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Мәләүез һәм Балтас райондарында үлемесле ике авария теркәлгән.

Тәүгеһендә "Chevrolet Cruze" автомобилендәге 43 йәшлек ир машинаға идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә осоп түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ваҡиға урынында йән бирә. Уның пассажиры - 42 йәшлек ҡатыны - төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Йәнә бер үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Балтас районында була. Борай - Иҫке Балтас автомобиль юлының 32-се километрында теркәлә. "Scania" йөк машинаһы менән ВАЗ-2110 бәрелешә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдәге 27 йәшлек водитель һәм 20 йәшлек пассажиры шунда уҡ йән бирә. Ә 32 йәшлек пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Ике осраҡ буйынса ла тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.

Көндәрҙең кинәт һыуытыуы сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе бар. Шуға күрә автомобиль хужаларына йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡға алмаштырыуҙары һорала. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас