Хәүефһеҙлек
25 Октябрь 2021, 05:00

Ҙур аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлдө

Һәләк булғандар араһында балалар юҡ. Кешеләрҙең кемлеген асыҡлайҙар... 

Ҙур аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлдөҘур аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлдө
Ҙур аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлдө

Кисә төштән һуң Башҡортостанда ҡурҡыныс авария теркәлә. Уның һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күрә, өсәүһенең ғүмере өҙөлә.

Авария тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. М5 трассаһының 1320-се километрында, Туймазы районының Ҡандра ауылы янында "КамАЗ" менән "ВАЗ 2112" машиналары бәрелешә. Урынға табиптар һәм полиция менән бер рәттән ҡотҡарыусылар ҙа саҡырыла, сөнки кешеләрҙе иҙелгән машинанан сығарырға кәрәк була.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аварияла биш кеше зыян күрә, өсәүһе урында һәләк булған. Йәрәхәтләнгәндәр араһында балалар юҡ. Кешеләрҙең кемлеге әле асыҡлана. Шулай уҡ аварияның сәбәптәре лә асыҡлана.

Ҡотҡарыусылар сираттағы тапҡыр халыҡҡа мөрәжәғәт итә һәм кәңәштәрен бирә. Мотлаҡ рәүештә тиҙлек тәртибен үтәргә, хәүефһеҙ дистанцияны тоторға кәрәк. Рулдә саҡта гаджеттарға иғтибарҙы бүлмәҫкә һәм ваҡытында тәгәрмәстәрҙе алмаштырыға кәрәк.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас