Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Октябрь 2021, 20:30

"Ашығыс ярҙам" килгәнсе йән биргән...

Өҫтәүенә автомобилдә дүрт пассажир булған.

"Ашығыс ярҙам" килгәнсе йән биргән...
"Ашығыс ярҙам" килгәнсе йән биргән...

Кисә төндә Ғафури районында Стәрлетамаҡ - Красноусол автомобиль юлында үлемесле авария теркәлгән.

ВАЗ-2114 машинаһына идара иткән 21 йәшлек Ауырғазы кешеһе хәүефле боролошта юлдан ситкә сығып осоп түңкәрелә.

Юл һәләкәтендә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән водитель үҙе "Ашығыс ярҙам" килгәнсе үк йән бирә. Дүрт пассажир - 21-әр йәшлек ике, 19, 35 йәшлек ир-егеттәр - төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Авария буйынса тикшереү эше башланған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бер тәүлектә 2050 юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, 34 иҫерек водитель тотолған.

Фото: ЮХХДИ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: