

Ошо көндәрҙә Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы ҡарары донъя күрҙе. Уға республика буйынса Баш дәүләт санитария табибы Анна Казак ҡул ҡуйған.
Документҡа ярашлы, яңы коронавирус сиренең таралыуын иҫкәртеү, эпидемиологик хәүефте кәметеү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтенә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы медицина ойошмаларын сиргә ҡаршы иммунизацияны ойоштороу һәм үткәреү өсөн матди ресурстар менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим ителде. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына иммунизация сараларын үткәреү, ошо турала аҙна һайын “Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығына мәғлүмәт биреү, ковидҡа ҡаршы вакцинопрофилактиканы пропагандалау йәһәтенән өҫтәмә саралар ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостандағы 18 йәше тулған һәм унан өлкәнерәк граждандар (вакцина яһатыу тыйылған кешеләрҙән тыш) яңы коронавирус ауырыуына ҡаршы профилактик прививка һалдырырға тейеш. Республикалағы урындағы үҙидара органдарына ковидҡа ҡаршы иммунизация үткәргәндә медицина ойошмаларына булышлыҡ күрһәтергә тәҡдим ителде. Ойошмаларҙың етәкселәренә дөйөм хеҙмәткәрҙәр һанының кәмендә 80 процентына коронавирусҡа ҡаршы иммунизацияны ойоштороу бурысы ҡуйылды. Граждандар быйыл 18 ноябргә тиклем вакцинаның беренсе компонентын, 18 декабргә тиклем икенсеһен һалдырырға тейеш.
Фото: https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/401422/