Хәүефһеҙлек
28 Октябрь 2021, 18:00

Иртәгә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм республиканың дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә...

Иртәгә ниндәй һауа торошо көтөлә?Иртәгә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Иртәгә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте иҫкәртә: 29 октябрҙә республиканың айырым райондарында епшек ҡарҙың сымдарға, ағастарға йәбешеүе, боҙлауыҡ булыуы, юлдарҙың тайғаҡҡа әйләнеүе көтөлә.

Һауа шарттарының насарайыуына бәйле, Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙән юлда хәүефһеҙ тиҙлек режимын күҙәтеүҙәрен һорай. Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы, епшек ҡар яуыуы автомобиль юлдарының айырым участкаларында тайғаҡ урындар барлыҡҡа килтерәсәк. Был иһә водителдәрҙән айырыуса уяулыҡ талап итә.

Юлдарҙағы хәл-ваҡиғаларҙың төп сәбәбе – иғтибарһыҙлыҡ, водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүе. Автомобилдәр араһында һәм ситтән арауыҡты һаҡларға, тиҙлекте күҙәтергә, төрлө хәрәкәттәр эшләгәндә һаҡ булырға кәрәклекте оноторға ярамай.

Ҡар яуған саҡта тиҙлекте ҡырҡа кәметегеҙ, шул саҡта ғына көтөлмәгән осраҡтарҙа тейешле сара күреп өлгөрөргә, юл-транспорт ваҡиғаһынан һаҡланырға мөмкин. Йәйәүлеләргә ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡарлы-ямғырлы ваҡытта күреүсәнлек насарая, һәм бының уйламаған ауыр хәлдәргә килтереүе ихтимал.

Юлдарығыҙ имен булһын!

Фото: "Башинформ".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас