Хәүефһеҙлек
30 Октябрь 2021, 05:00

Бәләкәй ҡыҙға тейгән әҙәм тотолған

Ир мәктәптән ҡайтып барған һигеҙәр йәшлек ике баланы ултыртып алып...

Бәләкәй ҡыҙға тейгән әҙәм тотолғанБәләкәй ҡыҙға тейгән әҙәм тотолған
Бәләкәй ҡыҙға тейгән әҙәм тотолған

Бүздәк районында ҡот осҡос енәйәт ҡылған 57 йәшлек педофилды ҡулға алғандар, ул һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләүҙә ғәйепләнә. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип белдергәндәр Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Тикшереү асыҡлауынса, 17 октябрҙә машиналы ир мәктәптән ҡайтып барған һигеҙәр йәшлек ике баланы, юл ыңғай алып барам тип, ултыртып ала. Малайҙы өйө янында төшөрөп ҡалдырғас, яман әҙәм насар ниәтен атҡара - ҡыҙҙы мыҫҡыллай.

Балаға йоғонған әҙәмде тотоу өсөн тәфтишселәр менән оперативниктар бергәләп тиҙ арала эҙләү-оператив саралары үткәрә: зыян күреүселәрҙән, шаһиттарҙан һорау алына, шик аҫтына алыныусының портреты төҙөлөп таратыла, видеокүҙәтеү камералары өйрәнелә, автомобиленең маршруты билдәләнә - һөҙөмтәлә енәйәтсенең шәхесе асыҡлана.

Педофил йөрөткән "Lada Largus" автомобиле Бәләбәй районында табыла. Тотолған әҙәм яман ғәйебен таный, уны һаҡ аҫтына алыу буйынса һорау хәл ителә.

Был ваҡиға бала-сағалы һәр ата-әсәне һиҫкәндерергә тейеш: ғәзиздәребеҙгә сит-ят менән һөйләшмәҫкә, яҡын килмәҫкә, унан бер ни алмаҫҡа, подъезға ингәндә шикле әҙәм юҡлығына инанырға, лифтҡа белмәгән кеше менән ултырмаҫҡа кәрәклеген төшөндөрөп торорға онотмайыҡ. Мөмкинлек булғанда, уларҙы мәктәпкә оҙатыу, унан ҡаршы алыу - иң яҡшыһы.

Фото: vk.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас