

Бөгөн иртәнге сәғәт ете тирәһендә Белорет районы Уҫманғәле - Асы юлының 19-сы километрында "ВАЗ-2109" автомобиле уң яҡ юлдан сыҡҡан саҡта канауға түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 43 йәшлек водитель һәм 18 йәшлек пассажир урында һәләк була.
Аварияла шулай уҡ өс пассажир зыян күргән: ҡыҙ һәм өс ир.
Кисә лә Белорет районында Сермән - Амангилде - Баймаҡ автомобиль юлының өсөнсө саҡрымындағы юл сатында "Ford Kuga" менән АФ маркалы рефрижератор бәрелешкән. Аварияла йөк автомобиленә идара иткән 35 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе һәләк булған. Еңел машинаның 43 йәшлек водителе һәм өс пассажир дауаханаға оҙатылған.
Был авариялар - юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың эҙемтәһе, яуапһыҙлыҡ сәбәпле ғәйепһеҙҙәр зыян күрә.
Юлдарығыҙ имен булһын!
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ-һы, видеолар: youtube.com