

Йорттарға ҡуйылған янғын иҫкәртеү приборҙары иң тәьҫирле сара булып тора. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдерҙеләр.
Янғынды хәбәр итеүсе прибор бинала һауаның тығыҙлығы үҙгәреүе буйынса төтөн газдарын асыҡлай. Төп үҙенсәлеге – ут сығыуын тиҙ арала хәбәр итеүе.
Янғын сығыуын иҫкәртеү приборҙары Башҡортостан Башлығы указы буйынса социаль-хәүефле хәлдәге, шулай уҡ аҙ килемле күп балалы ғаиләләргә бушлай бирелә. Датчиктар яңғыҙ йәшәгән 55 йәштән өлкән кешеләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ла бирелергә тейеш. Аҡса республика бюджетынан бүленә. Барлығы 375 меңдән ашыу прибор ҡуйылған.
Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, улар ярҙамында Башҡортостанда 2016 йылдан алып 641 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Фото: Ufa Time.ru