

Бөгөн төндә Әбйәлил районында юл-транспорт фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
Республика ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Лада Ларгус” автомобиле Баймаҡ районы яғынан Асҡар ауылы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә юлдың уң яҡ ситенә оса. 1993 йылғы водитель һәм ике пассажир шунда уҡ һәләк була, тағы ла бер кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән Асҡар үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.
Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы кешеләре балыҡтан ҡайтып килгән булған, тиҙәр. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Һәләк булғандарҙың шәхесе асыҡлана.
Дөйөм алғанда, 31 октябрҙә республика юлдарында 12 автомобиль юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Шуға ла рулгә ултырған һәр кем автомобилдең хәрәкәт сараһы ғына түгел, ә хәүеф сығанағы ла булып тороуы хаҡында онотмаһын ине.
Фото: БР ЮХХДИ.