Хәүефһеҙлек
2 Ноябрь 2021, 15:30

Бәрҙерелгән ат үлгән...

Мәләүез менән Федоровка араһында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Бәрҙерелгән ат үлгән...Бәрҙерелгән ат үлгән...
Бәрҙерелгән ат үлгән...

Мәләүез - Федоровка автоюлының 38-се километрында Федоровканан 19 йәшлек егет “Лада Гранта” автомобилендә атты бәрҙергән һәм юл ситенә ауған.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ белдереүенсә, авария һөҙөмтәһендә водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Бәрҙерелгән ат үлгән, уның хужаһын эҙләйҙәр. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт хайуандарына бәйле ошондай хәлдәр республикала йыш теркәлә.

Башҡортостан йылҡы һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Был, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш, сөнки халҡыбыҙ боронғо кәсебен тергеҙә. Әммә һәр кем үҙе көткән малын тейешенсә бағырға, ҡарауһыҙ сығарып ебәрмәҫкә тейеш. Был йәһәттән яңы ҡабул ителгән закондар, малдарға чип ҡуйыу, уларҙың һанын ныҡлы контролгә алыу һөҙөмтә бирер тигән ышаныс бар.

Фото: ЮХХДИ фото.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас