Хәүефһеҙлек
3 Ноябрь 2021, 13:30

Дауахана тәҙрәһе төбөндә - ир кәүҙәһе

Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ир, дауаханала операция үткәргәндән һуң, үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Дауахана тәҙрәһе төбөндә - ир кәүҙәһеДауахана тәҙрәһе төбөндә - ир кәүҙәһе
Дауахана тәҙрәһе төбөндә - ир кәүҙәһе

Кисә төндә Өфө дауаханаларының береһендә булған был хәл.

Унан алдағы ваҡиғаларға күҙ һалһаҡ, был ирҙе полиция, тыйылған матдә һатыуҙа шик аҫтына алып, ҡулға алған була. Енәйәтсе үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташа, әммә, дауаханаға һалып, уны ҡотҡарып ҡалыуға өлгәшәләр.

Үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан ауыр хәлдәге иргә операция яһалды. Наркоздан һуң реанимацияла ятҡанда күҙ уңынан ысҡынған һәм тағы шул аҙымға барған, тип белдергәндәр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

Шулай итеп, ҡулға алыныусы икенсе тапҡыр суицид ҡыла һәм был юлы уны ҡотҡара алмайҙар. Уның кәүҙәһе дауахана янында табылған.

Фото: ufa.zoon.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас