

Коронавирусҡа бәйле хәлдең киҫкенләшеүенә бәйле, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәт күрһәткәндә санитария сараларын көсәйтте.
“Башавтотранс”тың 1-се Өфө пассажирҙар автотранспорты предприятиеһы директоры Павел Аверьянов әйтеүенсә, автобустарҙың салоны көнөнә ике тапҡыр дезинфекциялана.
– Автобустар бөтәһе лә паркка ҡайтҡас киске сәғәт 10-дан төнгө 1-гә тиклем һәм көндөҙ төш ваҡытында эшкәртелә. Транспорт түбәһенән алып иҙәненә тиклем зарарһыҙландырыу саралары ярҙамында йыуыла, – тине ул.
Көн һайын 300-ҙән ашыу автобус дезинфекциялана. Эштә хлорлы һәм “Этоксамин” серияһындағы дезинфекциялау препараттары ҡулланыла. “Башавтотранс” вәкилдәре әйтеүенсә, уларҙың кешегә зыяны юҡ. Предприятие хеҙмәткәрҙәре автобустарҙа башта яндауырҙарҙы, тотонғостарҙы, ултырғыстарҙы, тәҙрәләрҙе эшкәртә, унан салонды һәм кузовты йыуа.
Фото: bash.news
Сығанаҡ: bash.news