

Бөгөн төндә Архангел районының Мәгәш ауылында бер йортҡа ҙур бәлә килгән: янғын сығып, кеше ғүмерҙәре ҡыйылған. Был турала Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр ике кешенең үле кәүҙәһен тапҡан - улар: 62 йәшлек ир һәм 68 йәшлек ҡатын.
Тәүге тикшереү күрһәтеүенсә, был биләмәлә ике ағас өй - иҫке һәм яңы төҙөп йөрөлгәне - урынлашҡан. Йәшәп ятҡан өй соланында ҙур тимер мейесле өскә өс метр ҙурлығында мунса ла ҡушылған.
Әле янғын сәбәптәре тикшерелә.
Янғын күп осраҡта һаҡһыҙлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында сыға. Ут менән һаҡ эш итергә, электр, газ ҡорамалдарының төҙөклөгөн даими тикшертеп торорға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә ҡотҡарыусылар.
Фото: news.myseldon.com