Хәүефһеҙлек
5 Ноябрь 2021, 06:00

Руль артында 23 йәшлек ҡыҙ булған...

Стәрлебаш районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән

Руль артында 23 йәшлек ҡыҙ булған...Руль артында 23 йәшлек ҡыҙ булған...
Руль артында 23 йәшлек ҡыҙ булған...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял һәм байрам көндәрендә лә республика юлдарында авариялар һаны кәмемәй. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 ноябрь көнө кисен Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

"Toyota Corolla" автомобиленә идара иткән 23 йәшлек ҡыҙ 40 йәшлек йәйәүле ирҙе бәрҙерә. һөҙөмтәлә, зыян күргән ир алынған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Әле тикшереү эштәре башланған, авария сәбәптәре асыҡлана. 

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас