

Бәхетһеҙ осраҡ бөгөн көндөҙ Илеш районының Иғмәт ауылында булған. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Ауыл янындағы быуала алты йәшлек бала батҡан.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, малай яңы ғына барлыҡҡа килгән боҙҙа уйнаған, һөҙөмтәлә уйылып төшөп, һыу аҫтына киткән. Ул быуа буйында иптәше менән бергә булған. Малай батҡас, дуҫы ярҙам саҡырырға йүгергән, тик өлгөрмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланы ҡотҡара алмағандар. Уның үле кәүҙәһен ата-әсәһе үҙҙәре быуанан һөйрәп сығарған.
Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Улар фажиғәнең бар сәбәптәрен асыҡлай.
Тәүге боҙҙоң ни тиклем хәүефле булыуы тураһында онотмайыҡ. Айырыуса балалар һәм балыҡсылар боҙ аҫтына китеп һәләк була. Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: боҙ ныҡлап туңмайынса, уның өҫтөнә баҫмағыҙ. Бәләкәстәргә бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ, һыу ятҡылыҡтарына ебәрмәгеҙ.
Фото: "Башинформ".