

Күңелһеҙ ваҡиға Краснокама районында теркәлгән. Кисә сәғәт киске алтылар тирәһендә спиртлы эсемлектәр ҡулланған 47 йәшлек ир резиналы моторлы кәмәһенә ултырып, Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙөп китә. Үҙенең телефонын балыҡсылар вагонында ҡалдырған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул кире әйләнеп килмәй. Иптәштәре ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Әле 47 йәшлек ирҙе Дүртөйлө районы ҡотҡарыусылары, Ағиҙел ҡалаһы полицияһы хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Балыҡсының кәүҙәһе әлегә табылмаған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскән килеш һыу инергә, һыуҙа йөрөргә ярамағанын белеп тә, күптәр үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуын дауам итә.
Фото:m.realnoevremya.ru