Хәүефһеҙлек
7 Ноябрь 2021, 15:45

Йәмәғәт транспортында сертификат һорарҙармы?

5-6 ноябрҙә ике меңдән ашыу транспорт сараһын тикшергәндәр.

Йәмәғәт транспортында сертификат һорарҙармы?Йәмәғәт транспортында сертификат һорарҙармы?
Йәмәғәт транспортында сертификат һорарҙармы?

Һуңғы ваҡытта интернетта Бөтә Рәсәй автомобиль транспорты эшселәре профсоюзының республика ойошмаһының Өфө һәм Стәрлетамаҡ хакимиәттәренә йәмәғәт транспортында коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеү тураһындағы сертификатты һәм QR-кодты тикшереүҙе индереүҙе һорап мөрәжәғәт итеүҙәре тураһында фекер алышыуҙар бара.

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, бындай мөрәжәғәт ысынлап та хакимиәткә килгән. Тәҡдим коронавирусты таратыуға юл ҡуймау буйынса республика һәм ҡала штабтары сиктәрендә алдағы көндәрҙә ҡараласаҡ.

Байрам көндәрендә Өфөлә транспортта санитар-эпидемиологик сараларҙы үтәүҙе күҙәтеү көсәйтелгән. Атап әйткәндә, 5 һәм 6 ноябрҙә ике меңдән ашыу транспорт сараһын 14 төп туҡталышта тикшергәндәр. Пассажирҙарҙың 90 проценты самаһы битлек менән йөрөүе асыҡланған. Ковидтан һаҡланыу талаптарын үтәү кәрәклеге хаҡында 400-ҙән ашыу кешегә аңлатыу әңгәмәһе үткәргәндәр. Саралар дауам итә.

Фото: gtrk.tv

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас