

Бөгөн, 8 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған ведомство-ара кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, юл тармағы ойошма-предприятиелары вәкилдәре, хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты. Сарала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар, авариялар һанын кәметеү мәсьәләләре тикшерелде.
ЮХХДИ етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов белдереүенсә, ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса, республикала 2716 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 353 кеше үлгән, 3302-һе төрлө ауырлыҡта йәрәхәттәр алған.
"Үлемесле аварияларҙың төп сәбәбе – автомобилдәр бәрелеше һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу. Ун ҡала-районда бындай һәләкәттәр һаны артҡан, ә 24 муниципалитетта кешеләр үлгән авариялар йышайған. Федераль трассаларҙа фажиғәләр артыуы ла бик ҙур борсоуға һала, - тине Владимир Севастьянов. – Уларҙың күбеһе байрам алды һәм эшләмәгән көндәргә тура килә. Рулдәге иҫеректәрҙе генә быйыл 11,5 меңдән ашыуҙы тоттоҡ. Уларҙың ғәйебе менән 256 юл-транспорт ваҡиғаһы булды, һөҙөмтәлә 54 кеше үлде һәм 338-е йәрәхәтләнде. Иҫеректәр ҡатнашлығындағы авариялар башлыса Өфө, Баймаҡ, Белорет, Туймазы, Ишембай райондары, Сибай, Октябрьский ҡалаларында теркәлде".
Республика автомобиль юлдарында булған аварияларҙы кәметеү өсөн уларҙың иң йыш булған урындарын асыҡлайҙар. Һәр осраҡ буйынса комплекслы ҡарарҙар ҡабул ителә, улар эсенә светофор, юл билдәләре, сикләгестәр ҡуйыу, юл япмаһын ремонтлау, тамға һыҙыу инә.
Кәңәшмәлә шулай уҡ етешһеҙлектәрҙе фото-видеоға теркәү комплекстарын урынлаштырыу эшмәкәрлеге буйынса ла һөйләшеү булды. Әйтәйек, федераль юлдарҙа быйыл 800 камера ҡуйыласаҡ, ул ғәмәлдәгеләр менән бергә 1800-гә тиклем етәсәк. Шулай уҡ федераль трассаларҙа өҫтәмә 100 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылған. 2022 йылдың 1 мартына тиклем йәнә ошондай 50 камера урынлаштырыласаҡ.
"Республикалағы федераль трассаларҙа 2022 йыл башында етешһеҙлектәрҙе теркәү комплекстары өс километр һайын торасаҡ", – тине Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҫерек водителдәр менән көрәш йәһәтенән мәғлүмәт-аңлатыу эшен көсәйтергә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә контролде арттырырға ҡушты.
– Хәл хәүеф тыуҙыра. Беҙ юлдар төҙөйбөҙ һәм ремонтлайбыҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авариялар һаны кәмемәй, – тине Радий Фәрит улы. - Автомобиль аварияларында үлгәндәр һаны арта. Хәлде тулыһынса анализларға һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.