Хәүефһеҙлек
10 Ноябрь 2021, 15:30

Бөгөн - ике үлемесле авария

Туймазы һәм Шишмә райондарында булған авариялар ҡорбанһыҙ үтмәгән...

Бөгөн - ике үлемесле аварияБөгөн - ике үлемесле авария
Бөгөн - ике үлемесле авария

Бөгөн Туймазы районында Һамар - Өфө - Силәбе оло юлының 1296-сы километрында юл һәләкәте теркәлгән.

Мәғлүмәттәр буйынса, 45 йәшлек ҡатын идара иткән "Hyundai Solaris" һәм 47 йәшлек ир йөрөткән "Volvo" йөк машиналары бәрелешкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүгеһенең 18 йәшлек пассажиры "Ашығыс ярҙам" килгәнсе үк йән биргән, ә водителе дауаханаға оҙатылған. Авария булған урында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.

Икенсе үлемесле авария - Шишмә районында. Юл һәләкәте көндөҙ ВАЗ-2121 һәм "КамАЗ" йөк машинаһы ҡатнашлығында Арыҫлан - Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 21-се километрында теркәлгән. Бында ла ҡорбанһыҙ түгел: ВАЗ-дың водителе һәләк булған. Авария сәбәптәре тикшерелә.

Әле водителдәр өсөн иң көсөргәнешле ваҡыт: юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы, томан төшөүе, ҡарлы ямғыр яуыуы хәрәкәтте ныҡ ҡатмарлаштыра. Шуның өсөн руль артындағыларҙы һаҡ һәм иғтибарлы йөрөргә, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.

Фото: ЮХХДИ.

Бөгөн - ике үлемесле авария
Бөгөн - ике үлемесле авария
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас