

Илебеҙҙең 85 төбәгенән I - IX класс уҡыусылары үҙҙәренең юл ҡағиҙәләре буйынса белемен “Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһында тикшереп ҡарай ала (https://olympiads.uchi.ru/olymp/roads). Был сараны ойоштороусылар – Рәсәй Транспорт министрлығы, Рәсәй Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеү буйынса “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы 1 ноябрҙә Учи.ру платформаһында башланды.
“I-IX кластарҙа уҡыған 1 миллион 413 мең 934 бала “Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһында ҡатнашты ла инде. Уның тест өлөшөндәге һорауҙар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемде арттырыуға һәм юлдарҙа балалар тарафынан йәрәхәтләнеү осраҡтарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Киң даирәле акция “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ойошторола”, - тип билдәләне Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.
Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы икенсе йыл рәттән ойошторола. Былтыр унда илебеҙҙең 85 төбәгенән I-IV класта уҡыған 2,2 миллиондан ашыу бала ҡатнашҡан.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының мөһим бурыстарының береһе – юлдарҙағы хәүефһеҙлекте арттырыу. Был йүнәлештә тәү сиратта балалар именлегенә ҙур иғтибар бирелә. Онлайн-олимпиада ла ошо изге маҡсатты күҙ уңында тотоп ойошторола”, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Олимпиадала ҡатнашыу бушлай. Бының өсөн Учи.ру онлайн-платформаһында теркәлергә һәм шәхси кабинеттан ярыш сәхифәһенә күсергә кәрәк. Олимпиада 19 ноябргә тиклем дауам итә. Бирелгән һорауҙарға үҙаллы йәки атай-әсәй менән бергә яуап бирергә мөмкин.
Фото: tvs-media.ru