Хәүефһеҙлек
12 Ноябрь 2021, 06:04

Үҙебеҙ сара күрмәһәк...

Янып үлгәндәрҙән 90 кеше эскән булған.

XXI быуатта йәшәйбеҙ, илдә тормош тыныс, һуғыш-фәлән юҡ, әммә ошондай ваҡытта ла халыҡтың аңһыҙ үлемдән һәләк булыуы ҡыҙғаныс. Әлеге ваҡытта республикала юл-транспорт ваҡиғаларында, янғындарҙа көн дә тиерлек кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Фажиғәләрҙең күбеһе һәләк булыусыларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүенә бәйле. Йәмәғәтселек тә был хәлгә битараф ҡалырға тейеш түгел, ваҡытында саралар күрелеүе мөһим. Ошо хәлгә байҡау яһау, сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы, генерал-майор Марат ЛАТИПОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Марат Рәйес улы, мәғлүм булыуынса, быйыл 10 айҙа республикала янғындарҙа 213 кеше (былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 12,11 процентҡа күберәк) һәләк булған. Бындай “кире” үҫеш­тең сәбәбе нимәлә?

– Быйыл 1 ғинуарҙан 31 октябргә тиклем Башҡорт­останда бөтәһе 9707 янғын теркәлде. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ул 4,10 про­центҡа (10122 осраҡ) кәмерәк. Янғындар бер аҙға кәмеһә лә, һәләк булған кешеләр һаны 12,11 процентҡа артты: 2020 йылда 190 граждан ут ҡорбаны булһа, быйыл – 213. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, һәләк булған­дарҙың 13-ө – балалар. Шулай уҡ 201 кеше уттан йәрәхәт алды. Был, былтырғыға ҡарағанда, 8,22 процентҡа кәмерәк.

– Янғындар булмаһын өсөн ниндәй саралар күрелә?

– Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү күҙәтеү һәм иҫкәртеү органдарының даими контролендә ҡала. Дөйөм алғанда, төбәктә 933 иҫкәртеү төркөмөнөң эше ойошторолдо, шулай уҡ торлаҡ секторында аңлатыу эше йүнәлешендә комплекслы күҙәтеү-иҫкәртеү саралары күрелә. Әммә был эштең яртыһы ғына, тип әйтергә була. Янғындар әҙерәк булһын өсөн, республикала һәр кешегә иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк, йәғни ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә юл ҡуймаҫҡа, һүндерелмәгән тәмәкене ташламаҫҡа, боҙоҡ булған электр ҡорамалдарын һәм мейесте ҡулланмаҫҡа, балаларҙы ут хәүефе янағанда үҙҙәрен дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтергә.

– Һеҙ етәкселек иткән ведомство тарафынан күрелгән иҫкәртеү саралары һөҙөмтә бирәме?

– Халыҡты бәләнән аралап ҡалыу йүнәлешендәге иҫкәртеү сараларына айырыуса иғтибар бирелә. Йыл башынан профилактика төркөмдәре 602992 торлаҡ йортта, шул иҫәптән күп фатирлы 36669 йортта, күп балалы 64195 ғаиләлә, яңғыҙ йәшәгән 75910 өлкән кешелә, имен булмаған 61887 ғаиләлә  булды. 1,5 миллион гражданға хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәрелде. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғынға бәйле хәл-торошто тотороҡландырыу буйынса муниципаль комиссиялар 525 ултырыш үткәрҙе, шулай уҡ республика Хөкүмәте кимәлендә уҙған 11 ултырышта янғындарға һәм кешеләрҙең үлеменә юл ҡуймау мәсьәләләре ҡаралды. Бынан тыш, республикала, күп фатирлы йорттарҙа хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеү маҡса­тында “Торлаҡ” иҫкәртеү опе­рацияһын ойоштороу буйынса саралар планы раҫланған. Бынан тыш, беҙҙең ведомство хеҙмәткәрҙәре янғында күпләп һәләк булғандар һаны артҡан 27 район һәм ҡала хакимиәт­тәренә барып, консультация үткәрҙе һәм методик ярҙам күрһәтте. Урындағы үҙидара органдары башлыҡтары, хеҙмәт­кәрҙәре өсөн онлайн-уҡыу уҙғарылды.

Янғынға бәйле хәл тото­роҡһоҙ булған муниципаль райондарҙа һәм ҡалаларҙа торлаҡ секторында иҫкәртеү эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн “Иҫкәртеү штабтары”  эше ойошторолған. Ауыл биләмә­ләрендә хәүеф төркөмөнә ингән социаль яҡтан имен булмаған граждандарҙы тикшереп тороу графигы төҙөлгән һәм улар өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән.

Халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт еткереү маҡсатында республика һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлек итәбеҙ. Ғөмүмән, янғынға юл ҡуймау маҡсатында мөмкин булған барлыҡ саралар ҙа күрелә.

– Белеүебеҙсә, янғын иҫкәртеү ҡорамалдары быйыл бер нисә ғаиләне фажиғәнән ҡотҡарҙы. Уны йортта, фатирҙа ҡуйыу өсөн нимә талап ителә?

– Республикала “Һәр йортҡа – янғынды иҫкәртеүсе” акцияһы бара. Уға ярашлы, сабый тыуған һәр йортҡа ошо ҡорамал тапшырыла. Тағы ла 55 йәштән оло булған һәм яңғыҙ йәшәгән кешеләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, вафат булған һуғыш ветераны һәм инвалиды ғаиләһе ағзаларына, Икенсе донъя һуғышында фашистар һәм уларҙың союздаштары булдырған концлагерҙарҙа, гетто һәм башҡа урындарҙа мәжбүри тотҡон булған саҡта 18 йәше тулмаған граждандарҙы республика бюджеты иҫәбенә автономлы янғын иҫкәртеү ҡорамалы менән тәьмин итеү буйынса программа бар. Шулай уҡ иҫкәртеүсе ҡорамал 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған ете йәшлек балалары булған ғаиләләргә лә бушлай бирелә.

Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал әле 370 мең торлаҡ йортҡа ҡуйылған. Улар ярҙамында быйыл 60 кеше, шул иҫәптән 39 бала уттан ҡотҡарылды, ә 2016 йылдан бөгөнгәсә – 642 кеше һәм уларҙың 250-һе – балалар.

Иҫкәртеү саралары ваҡы­тында эшсе төркөм янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдың ҡуйыл­ғанмы-юҡмы икәнлеген тикшерә, шулай уҡ уның батареяһын ваҡытында алыштырып тороу кәрәклеге тураһында  ла иҫкәртә.

– Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре быйыл республикалағы урман янғындарын һүндереүҙә лә әүҙем ҡатнашты. Урманда ут сығыуҙың төп сәбәптәре нимәлә?

–  2021 йылдың 9 ноябренә ҡарата республика биләмәһендә 477 урман янғыны теркәлде. Уҙған йылда – 172 осраҡ. Дөйөм алғанда, зыян күргән майҙан 15899,975 гектарға тиң, ә былтыр ул 5699,05 гектар булған.

Төп сәбәптәре – йәшен арҡаһында 197 янғын сыҡҡан, ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә – 135, быяла ярсыҡтарынан ҡыҙып тоҡанған ут – 93, яуыз ниәт менән ут төртөү – 17.

Дөйөм алғанда, сүп-сар – 2734, ҡоро үлән – 1992, торлаҡ йорттар – 1814, йорт-ҡура – 1709, транспорт саралары – 328, баҡса йорттары һәм дачалар яныуына бәйле булған 268 янғын теркәлгән.

– Ниндәй категорияға ҡараған граждандар күберәк зыян күрә? 

– Быйыл ут менән һаҡсыл эш итмәү арҡаһында – 130, электр ҡорамалын файҙаланыу ҡағиҙәһен күҙәтмәү арҡаһында – 49, боҙоҡ мейес ҡулланыу һөҙөмтәһендә – 13, ут төртөү арҡаһында туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән.

Кеше һәләк булған урын­дарға килгәндә, 168 кеше – өй, 11 кеше – баҡса йорто һәм дача, 10 кеше йорт-ҡура яныуы һөҙөмтәһендә үлгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут ҡорбандарының 42,2 проценты – 90 кеше спиртлы эсемлектәр ҡулланған, ә 52 кеше йоҡлаған булған. Өлкән быуын кешеләре лә күпләп ут ҡорбанына әй­ләнә, быйыл һәләк бул­ғандарҙың 13-ө ошо категорияға ҡарай. Ярҙамға мохтаж кешеләрҙе лә яңғыҙ ҡалдырырға ярамай. Мәҫәлән, быйыл ут һөҙөм­тәһендә вафат булған­дарҙың етәүһе – физик мөм­кинлектәре сикләнгән, дүртәүһе – ауырыған кеше, дүртәүһе – үҙаллы йорттан сыға алмаған бәләкәй йәштәге балалар.

Янып үлгәндәрҙең күбеһен ир-егеттәр тәшкил итә – 156, йәғни 73,2 проценты, ҡатын-ҡыҙҙар өс тапҡырға әҙерәк – 57 кеше, йәғни 26,7 процент тәшкил итә. 

Утта үлгәндәрҙең социаль хәленә туҡталғанда иһә 76-һы – пенсионер, 59-ы – эшһеҙ кеше, 40-ы – эшсе һөнәр вәкиле, 18-е – инвалид, һигеҙе – мәктәпкәсә йәштәге бала, алтыһы – асарбаҡ, өсәүһе – урта һәм өлкән мәктәп йәшендәге бала, икәүһе – башланғыс класс уҡыусыһы. 

– Марат Рәйес улы, һеҙ билдәләгән мәғлүмәттәрҙә ваҡытһыҙ өҙөлгән кеше ғүмерҙәре һәм селпәрәмә килгән яҙмыштар сағыла, шуға ла был һандар һәр кемде тәрән уйға һалыр һәм уттың ни тиклем көслө фажиғә сығанағы булыуын нығыраҡ төшөндөрөр, тип ышанайыҡ. Ә инде ҡотҡа­рыусыларға еңел булмаған эштәрендә түҙемлек һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас