Хәүефһеҙлек
12 Ноябрь 2021, 06:02

Уттан һаҡланмаһаҡ...

infourok.ruinfourok.ru
Фото:infourok.ru

Быйылғы йәй бик ҡоро килде. Янғын сығыу осраҡтары артты. Илдә тотош урмандарҙың, ауылдарҙың янып юҡҡа сығыуы, байтаҡ ғаиләләрҙең йорт-ҡаралтыһыҙ, кейемһеҙ, документһыҙ тороп ҡалыуы хаҡында ишетеү бик  аяныс. Бындай хәүефле ваҡытта айырыу­са иғтибарлы булыу кәрәк. Янғындың йыш ҡына ҡараусыһыҙ ҡалған, артыҡ ҡыҙыу яғылған мейестән, төҙөк булмаған электр сымдарынан, газ приборынан, тиҙ ҡабынып барған әйберҙәр эргәһендә сыйылған бер бөртөк шырпы йәки тәмәке төпсөгөнән тоҡанып китеүен беләбеҙ.

 

Унан инде был афәттең алдына сығыуы бик ауыр, ай-һай, ифрат ауыр, үҙәккә үтерлек! Ата-бабаларыбыҙ әйтеп ҡалдырған бит: “Бурҙан ҡала, уттан, һыуҙан ҡалмай”. Шуға ла ваҡытында янғындан һаҡланыу сараларын иҫкә төшөрәйек:

* һәр өйҙә янғын мөмкинлеген белдереүсе автоном яйланма булырға тейеш;

* өйҙән сығыу юлдарына, коридорға, баҫҡыстарға әйбер тултырмағыҙ;

* өйҙә тиҙ тоҡаныусы һәм яна торған шыйыҡлыҡ һаҡлау, ватыҡ газ ҡорамалын ҡулланыу, газ приборының һәм газ үткәргестең крандарын асыҡ ҡалдырыу тыйыла;

* йорт йыһаздарын һәм башҡа еңел тоҡаныусы әйберҙәрҙе газ приборҙарынан 20 см алыҫлыҡта урынлаштырыу мотлаҡ;

* мейесте һәм төтөн юлдарын даими тикшереп, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөгөҙ.

Төтөн юлдарын таҙартыу айына бер тапҡырҙан да кәм булырға тейеш түгел. Шулай уҡ:

* мейесте кәрәсин, бензин һәм башҡа тиҙ ҡабыныусы шыйыҡса менән тоҡандырыу тыйыла;

* мейесте ныҡ ҡыҙҙырыу, уға диван, өҫтәл һәм башҡа янып бара торған әйберҙәр терәтеп ҡуйыу тыйыла;

* эшләп торған газ приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай;

* мейестәге ҡыҙыу көлдө һыу менән һүндереп, ҡаралтыларҙан 15 метр йыраҡлыҡтағы соҡорға һибергә кәрәк;

* электр сымдарының торошон күҙәтеп тороғоҙ, ваҡытында төҙөкләндерегеҙ;

* электр селтәрен һаҡлау өсөн билдәле фирманан алынған төҙөк һаҡлағыстар ғына ҡулланығыҙ, “жучоктар” файҙаланыу тыйыла;

* үҙ белдегегеҙ менән ҡоролған электр йылытҡыстар ҡулланмағыҙ.

Өйҙән сыҡҡанда бөтә электр прибор­ҙарын һүндерегеҙ, сарҙаҡтарҙа һәм баҙҙарҙа, келәттәрҙә һәм һарайҙарҙа яҡтыртыу өсөн шырпы, шәм, кәрәсин лампаһы һәм башҡа асыҡ ут сығанаҡтарын ҡулланмағыҙ. Электр фонарын ҡулланыу отошлораҡ, хәүефһеҙерәк булыр.

Балаларға ут менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ, уларға яғылған мейесте һәм электр йылытҡыстарын ҡарауыллауҙы тапшыр­мағыҙ. Шырпыны балалар ала алмаҫлыҡ урында һаҡлағыҙ. Карауатта, келәттә, баҙҙа, сарҙаҡта тәмәке тартмағыҙ. Тиҙ тоҡаныусы ҡоролмаларҙы янғындан һаҡлаусы аралыҡтар 38 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Һәр мейес ҡапҡасы алдында, тоҡаныусан материалдан һалынған иҙәнгә 50х70 сантиметр ҙурлыҡтағы тимер табаҡ ҡағыу мотлаҡ.

Бына шул ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, ауылыбыҙҙы, урмандарыбыҙҙы янғындан һаҡлай алабыҙ бит. Яуаплылыҡ шәхсән һәр беребеҙгә төшә. Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар!

 

Миңнеғәле ҒӘҘЕЛШИН.

 

Белорет районы.

Читайте нас