

12 ноябрҙә Өфөлә ЮХХДИ масштаблы рейд уҙғарҙы. Улар менән бергә ГорОбзор.ру хәбәрселәре лә юлланып, инспекторҙарҙың автомобилдәр ағымында ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларҙы нисек асыҡлауҙарына шаһит булған.
Патруль машиналары рейдҡа көндөң икенсе яртыһында сыға. Яҡынса 22.00 сәғәттән һуң иң ҡатмарлы эш башлана, тап ошо ваҡытта юлдарҙа эскән водителдәр күренә башлай.
Төнгө 12-ләр тирәһендә Затонда 40 йәшлек Өфө кешеһе эскән килеш тотола. Машинала уның танышы ла ултыра. “Иптәшемде ҡыйын хәлдә ҡалдырҙым, әллә ниңә такси саҡыртманым шул. Ҡайҙа йүнәлгәнебеҙҙе әйтмәйем”, - тип яуап бирә ул.
“Ике сәғәт элек бер шешә һыра ғына эскәйнем”, - тип аҡлана водитель.
Инспекторҙар ике шаһит алдында протокол төҙөй һәм алкотестер әҙерләй. Әммә, еңелсә генә өрөп, водитель приборҙы алдамаҡсы була, әммә хәйлә килеп сыҡмағанлығын аңлай. Прибор 0,716 промилле күрһәтә.
Тикшерә торғас, водителдең страховка ваҡыты уҙған ҡуртымға алынған автомобиль менән идара иткәнлеге асыҡлана.
Эскән килеш руль артына ултырған водителгә 30 мең һум штраф һалына, ул йыл ярымдан ике йылға ҡәҙәр транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Бынан тыш, страховкаһы булмаған өсөн, йәнә 800 һум штраф түләргә кәрәк буласаҡ. Автомобилде штраф-туҡталкаға оҙаталар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар йыш күҙәтелә. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, ун ай эсендә республика юлдарында 12970 водитель эскән килеш автотранспорт менән идара итеп тотола. Бындайҙар үҙҙәренең генә түгел, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Фото: ГорОбзор.ру.