Хәүефһеҙлек
14 Ноябрь 2021, 13:30

Белорет юлында - тағы авария

Автомобилдәрҙә барлығы ун кеше була, шул иҫәптән дүрт бала.  

Белорет юлында - тағы аварияБелорет юлында - тағы авария
Белорет юлында - тағы авария

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районында Белорет - Стәрлетамаҡ трассаһынан 35 километр алыҫлыҡта ике автомобиль ҡатнашлығында авария булған.

Ваҡиға урынына килеп еткән ашығыс хеҙмәттәр зыян күргәндәрҙе ҡотҡара. Автомобилдәрҙә барлығы ун кеше була, шул иҫәптән дүрт бала. Һәләк булғандар юҡ. Алты кеше, шул иҫәптән бер бала, төрлө тән йәрәхәттәре ала. “Ашығыс ярҙам”ҙа уларҙы Белорет дауаханаһына алып китәләр.

Әлегә белгестәр юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәбен асыҡлай. Ә авария урынында булғандар шуны билдәләй: юлда ныҡ тайғаҡ, боҙлауыҡ. Ошоно иҫәпкә алмайынса, водителдәрҙең береһе тиҙлекте арттырып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Был яуапһыҙлығы сәбәпле әллә күпме кешенең ғүмеренә ҙур хәүеф янаны. Үлем осраҡтары ла булыуы ихтимал ине.

Әлеге һауа торошон иҫәпкә алып, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе тиҙлекте арттырмаҫҡа, юл ҡағиҙәләрен икеләтә яуаплылыҡ менән теүәл үтәргә саҡыра. Йәйәүлеләрҙән дә һаҡ, иғтибарлы булыу һорала. Үҙебеҙҙе һәм башҡаларҙы һаҡлайыҡ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса  Баш идаралығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас