

Ошо көндәрҙә Баймаҡ - Ишбирҙе юлының 23-сө километрында үлемесле авария була. Республиканың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, "ВАЗ-2114" автомобилендәге 47 йәшлек ир идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә оса һәм соҡорға төшөп ултыра.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ваҡиға урынында йән бирә, уның 47 йәшлек пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Йәнә бер үлемесле авария Ауырғазы районында теркәлә. Талбазы - Красноусол автомобиль юлының 3-сө километрында фажиғәле хәл була. "Лада Калина" автомобиле рулендәге 33 ир 52 йәшлек кешене тапата. Аҡ халатлылар килеп еткәнсе йәйәүле йән бирә. Уның кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмаған.
Көндәрҙең һыуытыуы, ҡар яуыуы сәбәпле, юлдарҙа тайғаҡ. Шуға күрә машина йөрөтөүселәргә әле икеләтә иғтибарлылыҡ талап ителә. Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ".