

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр юлдарҙағы авариялар тураһында фекерен белдерҙе. Уның белдереүенсә, төбәктә авариялар һаны кәмеһә лә, уларҙа үлем осраҡтары артҡан.
– Юлдарҙағы хәл ҡатмарлы, эйе юл-транспорт ваҡиғалары һаны кәмене, әммә уларҙа һәләк булғандар артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башында юлдарҙағы үлемдәрҙе кәметеү буйынса ҡуйған планыбыҙҙы үтәй алмайбыҙ. Бының сәбәптәре бик күп. Бер нисә ҡарар ҡабул иттек, уларҙы индерергә кәрәк. Әгәр бөтәбеҙ бергә, бар яуаплы ведомствоар бергә һөйләшеп эшләһәк, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә алырбыҙ тип ышанабыҙ, – тине ул.
Фото: avto.vesti.ru