Хәүефһеҙлек
15 Ноябрь 2021, 16:45

Мышы ла, кеше лә әрәм...

 24 йәшлек водитель Бөрө яғына юл тота. Уның 62 йәшлек пассажиры ла була.

Мышы ла, кеше лә әрәм...Мышы ла, кеше лә әрәм...
Мышы ла, кеше лә әрәм...

Республика юлдарында аттарға, мышыларға бәйле юл ваҡиғалары йыш була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә ошондай үлемесле авария теркәлгән.

Ҡариҙел районынан 24 йәшлек водитель "Лада Приора" автомобилендә Бөрө яғына юл тота. Уның 62 йәшлек пассажиры ла була. Ҡапыл юлға мышы килеп сыға. Көслө бәрелеш эҙемтәһендә автомобиль салонындағы пассажир ваҡиға урынында йән бирә, мышы ла үлә.

Ял көндәрендә республикала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 204 юл-транспорт ваҡиғаһы асыҡланған, дүрт аварияла алты кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, шул иҫәптән бер бала.

Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас