Хәүефһеҙлек
15 Ноябрь 2021, 06:00

Янғында фатир хужаһы һәләк булған

68 йәшлек ир яңғыҙ йәшәгән 

Янғында фатир хужаһы һәләк булғанЯнғында фатир хужаһы һәләк булған
Янғында фатир хужаһы һәләк булған

Бөгөн таң менән Яңауыл ҡалаһында янғын сыҡҡан. Күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге бер бүлмәле фатирға "ҡыҙыл әтәс" ҡунған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, янғын тураһында хәбәр алынғас та, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына ашыға. 6х3 метрлыҡ бүлмә йыһаздары менән утта зыян күрә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә ҡорбанһыҙ түгел: утты һүндергәндә 68 йәшлек йорт хужаһының үле кәүҙәһе табылған. Уның ғаиләһе булмаған, яңғыҙ йәшәгән. Фатирҙа янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылмаған. 

Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре өйрәнелә. Статистикаға ярашлы, һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Тимәк, кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡарамай, ябайыраҡ итеп әйткәндә, уларҙы үтәмәй.

Хөрмәтле республика халҡы! Ян­ғын тигән ҙур бәләнән һаҡла­ныу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт коми­теты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙә­ләренә иғтибар итергә һәм уларҙы бер һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:

– асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡанды­рылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
 
– тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшлә­гәндә ут яндырмағыҙ;
 
– электр селтәренә ҙур көсөр­гәнеш яһамағыҙ, электр ҡора­мал­дарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, улар­ҙы балаларға ышанып ҡалдырмағыҙ;
 
– изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡора­малдарын файҙаланмағыҙ;

– сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә яҡмағыҙ.
Мейес алдына 50-гә 70 сантиметрлы йоҡа тимер ҡағығыҙ;
 
– мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптер­мәгеҙ.
 
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларҙы бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнатмағыҙ. Еңел янып китеүсән материалдар һәм шыйыҡсаларҙы балаларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Уларға ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
 
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – үрҙә телгә алған янғын тураһында иҫкәртеүсе автономлы ҡулай­лама. Ул янғын сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш сығарып сырылдап кешеләрҙе иҫкәртә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
 
Фото: "Башинформ"
 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас