

Быйыл май айында Ҡазан гимназияһында булған ҡот осҡос атыш бар илде тетрәндергәйне. Илназ Ғәләүиев тигән студент ҡасандыр үҙе уҡыған мәктәпкә килеп ут аса. Атыш һөҙөмтәһендә туғыҙ кеше, шул иҫәптән ете бала һәләк булды. 21 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алып, дауаханала ятты, башлыса балалар һәм уҡытыусылар. Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, ә егеткә медицина экспертиза8ы билдәләнде.
Һәм бына ошо көндәрҙә уға ҡарата үткәрелгән икенсе психолог-психиатр экспертизаһының һөҙөмтәһе билдәле булды. Тикшереү уны енәйәт ҡылған ваҡытында үҙ аҡылында булған тигән йомғаҡ яһаған. Тимәк, уны енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин, ти уның адвокаты Владимир Богдан.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның эше декабрҙә судта ҡараласаҡ. Әле Илназ Ғәләүиевте Санкт-Петербургтан Ҡазанға күсерәләр. Был ҡылған енәйәте өсөн уны ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.
Әйткәндәй, атыш ойоштороусыға тәүҙә бер экспертиза яһалғайны инде. В.П. Сербский исемендәге Дәүләт ғилми социаль һәм суд психиатрияһы үҙәге уны енәйәт ҡылған сағында үҙ аҡылында булмаған тип танығайны.
Фото: golbis.com