Хәүефһеҙлек
16 Ноября 2021, 14:30

Ике миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Һеҙҙең исемгә кредит алырға маташалар, тип...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡанИке миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
Ике миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Һаҡлап тотҡан аҡсаһынан яҙған 42 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.

Һөйләүе буйынса, уға ят номерҙан шылтыратыусы үҙен банк хеҙмәткәремен тип таныштыра. Һеҙҙең исемгә кредит алырға маташалар, тип иҫкәртә. Шулай итеп ҡатындың башын бутап, кредитҡа заявканы кире ҡағыу өсөн иҫәбендәге аҡсаны, ә ул 2 миллион һумдан ашыу була, икенсе иҫәпкә күсереү кәрәклеген аңлата.

Аҡсаһын күсергәс, ҡатын "банкка" шылтырата, тик теге баштағы телефон яуап бирмәй. Был - мутлашыусыларҙың киң таралған алымы.

"Аҡсағыҙҙы таныш булмаған кешеләргә күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәренең шылтыратыуына яуап бирмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алдаҡсыларҙың икенсе номерҙан да ҡуллана алыуы ихтимал. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда ла һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикләнерлек смс-хәбәр алһағыҙ, уның үҙенә шәхси шылтыратып хәлде асыҡлай алаһығыҙ. Тикшерелмәгән, билдәһеҙ сайттарҙың һылтанмаларына инмәгеҙ", тип хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: 1 prime.ru

Автор:Аклима Гизатуллина