

Транспортта “Алға” картаһы менән иҫәпләшеүҙең ни тиклем уңайлы булыуын айырыуса пандемия осоронда яҡшы аңланыҡ.
Тик ошоғаса ҡайһы бер водителдәрҙең был яңылыҡты ҡабул итмәҫкә тырышыуы, ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙе талап итеүе менән көн дә осрашырға тура килә. “Алға” ҡайһы бер шәхси маршруттар водителдәре өсөн күҙгә төшкән сүптәй булды.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Эльмира Нурғәлиева Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге битендә водителдәрҙең баш-баштаҡлығы тураһында хәбәр итергә мәжбүр булған. 224-се автобус маршруты водителе уҡыусыны “Алға” картаһы менән иҫәпләшкәне өсөн тейешле урында төшөрмәгән, ә юрамал өс туҡталыштан һуң ғына ҡалдырған. ”Һөҙөмтәлә бала дәрескә һуңлаған! Водителдәрҙең бындай баш-баштаҡлығы, әшәкелеге өсөн кем яуап бирер?" – тип мөрәжәғәт итә әсә.
Уның һорауы “Инцидент менеджмент” системаһына эләккән. Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле әйтеүенсә, 224-се маршрут менән булған ваҡиға транспорт һәм элемтә идаралығында тикшереләсәк. Оҙаҡламай яуап бирергә вәғәҙә итәләр.
Фото: ”Башинформ”.