Хәүефһеҙлек
16 Ноябрь 2021, 15:30

Тикшереүҙәр нимә күрһәтте?

Бындай саралар артабан да ойоштороласаҡ.

Тикшереүҙәр нимә күрһәтте?Тикшереүҙәр нимә күрһәтте?
Тикшереүҙәр нимә күрһәтте?

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Өфөләге пассажирҙар транспорты – 227-се, 13-сө, 6-сы, 207-се, 266-сы маршрут буйынса йөрөгән автобустар салондарындағы температура режимын тикшерҙе.

Әйткәндәй, автобус йәки трамвай салонындағы температура ГОСТ тарафынан билдәләнә. Ҡала транспортының халыҡты ташыуҙы күҙәтеүҙең дәүләт санитар күҙәтеүе буйынса методик күрһәтмәләренә ярашлы, һалҡын ваҡытта пассажирҙар транспортындағы һауа температураһы дәүләт стандарттары нигеҙендә билдәләнгән. Айырым алғанда, 8802-78 ГОСТ, 7495-74 ГОСТ буйынса трамвайҙарҙа, троллейбустарҙа һауа температураһы тыштағыға ҡарағанда 20 градусҡа йылыраҡ булырға тейеш. 20774-75 ГОСТ-ы буйынса автобустар салондарында урамда минус 15-тән 25 градусҡа тиклем күҙәтелгәндә – температура +10 градустан түбәнерәк булмаҫҡа, тышта 40 градус һыуыҡ саҡта эстә +5-тән кәм булмауы зарур. Урамда -40 градус икән, транспорт салондарында температураның +5-тән төшмәүе мөһим.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, барлыҡ автобустарҙа һәм маршрут таксиҙарында температура нормаға ярашлы, йәғни +12 градустан түбән осраҡ күҙәтелмәгән. Әйткәндәй, барлыҡ йәмәғәт транспорты йылытыу системаһы менән йыһазландырылған.

Пассажир транспортындағы микроклиматтың ГОСТ талаптарына тура килеүен күҙәтеү маҡсатында, бындай тикшереүҙәр артабан да ойоштороласаҡ.

Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас