

Ҡыш башланып ҡына торған мәлдә хәүеф күп. Шуларҙың береһе – йоҡа боҙ. Айырыуса был ҡурҡыныс балаларға янай.
17 ноябрь кисе лә саҡ фажиғә менән тамамланмай. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына И. Яҡутов исемендәге паркта урынлашҡан күлдә бала йөрөүе һәм боҙ аҫтына китеүе тураһында хәбәр итәләр.
Бында 2014 йылғы ҡыҙыҡай Һалдат күле буйлап йөрөргә була. Ул ярҙан 20 метрға алыҫҡа китә һәм боҙ аҫтына төшөп китә. Уны 1980 йылғы ир Денис Наумчик ҡотҡара. Ул был ваҡытта ҡатыны һәм балалары менән паркта йөрөргән була.
Денистың һөйләүе буйынса, ул ҡыҙыҡайҙың йоҡа боҙ өҫтөндә йөрөгәнен күреп ҡала. Бер мәл боҙ ярыла. Ир шунда уҡ ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарырға ташлана һәм үҙе лә боҙ аҫтына китә. Әммә туҡтап ҡалмай, йөҙөп бала янына барып етә һәм уны ярға һөйрәп сығарыуға өлгәшә. Бынан һуң ғаилә ҡыҙыҡайҙы өйөнә алып ҡайтып китә һәм йылыта. Шунан улар ғәҙәттән тыш хеҙмәттәргә хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай паркта яңғыҙы, ата-әсәһеҙ йөрөгән. Баланың әсәһенә Денис шылтырата, бының өсөн ул ҡыҙыҡайҙың телефонынан симкаһын сығарып, үҙенең телефонына ҡуя. Ҡыҙыҡайҙың хәлен баһалау өсөн дауаханаға алып баралар, унан уны әсәһе килеп ала.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ирҙе бүләкләү мәсьәләһен хәл итәсәк.
Фото: 02.mchs.gov.ru