Хәүефһеҙлек
19 Ноября 2021, 11:30

Ҡазанда ағыуланған ҡыҙ вафат булған

Дуҫтары белдереүенсә, уның ҡоҫҡоһо килә, ҡулы ойой һәм һөйләшә алмай башлай...

Ҡазанда ағыуланған ҡыҙ вафат булғанҠазанда ағыуланған ҡыҙ вафат булған
Ҡазанда ағыуланған ҡыҙ вафат булған

Ауыр яңылыҡ еткерәбеҙ. Ҡазанда яҡташыбыҙ, 20 йәшлек студент ҡыҙ Анастасия П. һәләк булған. Уны тәүгеләрҙән булып Ҡазандағы 7-се дауаханаға туңмай торған шыйыҡса эсеп ағыуланғандан һуң алып килгән булалар. Ҡыҙыҡай аңына килә алмаған, бөгөн таң менән уның йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Был турала Татарстан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Анастасияға 16 ноябрь иртәһе менән ҡыйын була. Дуҫтары белдереүенсә, уның ҡоҫҡоһо килә, ҡулы ойой һәм һөйләшә алмай башлай. Тәүҙә киң матбуғат сараларында ҡыҙыҡайҙың бер генә бөйөрө булған тип яҙып сығалар, тик һуңғараҡ уның әсәһе был мәғлүмәтте инҡар итә. Ул ҡыҙының һаулығы насар булыуы тураһында ғына әйтә.

Был ваҡиға ҙур ғына шау-шыу тыуҙырғайны. Ҡазан янындағы ауылда 19 кешенән торған компания тыуған көн билдәләргә була. Һөҙөмтәлә йәштәр нимәлер эсә һәм метанол менән ағыулана. Дауаханаға тәүҙә 13 кеше эләгә, аҙаҡ уларҙың һаны 15-кә етә. Ял иткән йәштәрҙең унауһы Башҡортостандан булған, башлыса Стәрлетамаҡтан. Тәүҙә улар суррогат алкоголь менән ағыуланған тиҙәр. Әммә тикшереүҙән һуң йәштәр яңылыш туңмай торған шыйыҡса эскән һәм унан ағыуланған тиҙәр. Имеш, араҡы менән был шыйыҡса биш литрлы шешәлә багажникта йәнәш торған һәм шуға буталған.

Анастасияның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Фото: Башинформ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас