Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Ноябрь 2021, 21:30

Ҡазандағы хәлдән һуң...

Өфөлә лә хәүефле “незамерзайка” һатылыуы асыҡланған.

Ҡазандағы хәлдән һуң...
Ҡазандағы хәлдән һуң...

Ҡазанға ҡунаҡҡа барған Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары студенттарының метанол менән ағыуланғаны тураһында хәбәр иткәйнек. Ошо хәлдән һуң Өфөләге сауҙа үҙәктәрендә ниндәй “незамерзайка” һатылыуы тикшерелде. Был эште “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ республика” проекты әүҙемселәре ойошторған.

"Беҙ  барыбыҙ ҙа Ҡазанда студенттарҙың метанол менән ағыуланыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Әлбиттә, составында метанол булғанын ғына түгел, бер ниндәй “незамерзайка”ны ла бөтөнләй эсергә ярамай. Шуны әйтергә кәрәк, был матдәне тәҙрә йыуыу саралары етештереүҙә ҡулланыу тыйылған, сөнки ул тын юлдары өсөн зарарлы”, - тип аңлатма бирҙе “Хәүефһеҙ республика” проектының координаторы Антон Буфетов.

Улар баш ҡаланың магазиндарын, супермаркеттарын, сауҙа үҙәктәрен тикшергән. Бер урында составында метанол булған асыҡ күк төҫтәге шыйыҡса һатылыуы асыҡланған. Һатыусы сертификаттың күсермәһен күрһәткән, әммә ул тейешенсә раҫланмаған булып сыҡҡан.

Был хаҡтағы мәғлүмәт Эске эштәр бүлегенә тапшырылған. Гурьев баҙарында был көндә бер урында ла “незамерзайка” һатылмаған, быны һатыусылар ваҡытлыса был продукция менән сауҙа итеүҙе туҡтатыуҙары менән аңлатҡан. Башҡа урындарҙа законға ярашлы, йәғни мисәтле сертификаттарға эйә тауар һатылыуын билдәләгән тикшереүселәр.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: