Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Ноябрь , 21:00

Рәсәй йондоҙо Марина Хлебникова комала

Бөгөн төндә аяныслы хәл булған. Йырсының ҡыҙы һөйләүенсә, әсәһе гастролдән арып ҡайтып...

Рәсәй йондоҙо Марина Хлебникова комала

Күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Билдәле эстрада йырсыһы Марина Хлебникова янғында ныҡ йәрәхәтләнгән. Ут уның Мәскәүҙәге фатирында кисә кис сыҡҡан. Йырсының йоҡо бүлмәһе янған.

Киң матбуғат баҫмаларында хәбәр итеүҙәренсә, Марина Хлебникова үтә ауыр хәлдә. Уның кәүҙәһенең 50 проценты бешкән, тын алыу юлдары зыян күргән. Табиптар пациентты медицина комаһы хәленә индерергә мәжбүр булған. Әле ул үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Янғындан биш кешене ҡотҡарғандар. Марина Хлебникованан тыш, өйҙә уның ата-әсәһе, ире һәм балаһы булған, тиҙәр. Уларҙың хәле һәйбәт.

Янғындың сәбәбе буйынса әле рәсми яуап юҡ. Яҡынса ике вариант ҡарала: беренсеһе - тәмәке тартыуҙа һаҡһыҙлыҡ, икенсеһе - электр сымдарының төҙөк булмауы.

Әсәһенең тәмәке тартыуы тураһында полицияға Хлебникованың ҡыҙы әйткән, тип яҙа ҡайһы бер баҫмалар. Уның белдереүенсә, йырсы бүлмәһендә йыш тәмәке тартҡан, ә ул көндә һүндермәүе ихтимал - гастролдән арып ҡайтҡан булған.

Төтөн еҫен иң тәүҙә күршеләре тойған. Был саҡта йырсының ҡыҙы һәм әсәһе йоҡлаған булған. Тауыш сығыу менән уянғандар һәм Хлебникованың үҙаллы атлай алмаған атаһын фатирҙан сығарғандар. Улар беренсе ҡатта булғас, өйҙән тиҙ генә сығып китә алған, ә Маринаның йоҡо бүлмәһе - икенсе ҡатта. Янғын һүндереүселәр һәм полиция килгәндә Хлебникова иҫен юғалтҡан булған. Уның йоҡо бүлмәһе тулыһынса янып бөткән, ә үҙен ишеген емереп инеп ҡотҡарғандар.

Йырсыға именлек теләйбеҙ. 

Фото: privet-rostov.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева