Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Ноябрь , 22:00

Өйҙә ҡалыу яҡшыраҡ!

ЮХХДИ нимә хаҡында иҫкәртә?

Өйҙә ҡалыу яҡшыраҡ!

Республикаға көслө ҡар килеүенә бәйле дәүләт автоинспекцияһы водителдәргә мөрәжәғәт итеп, хәрәкәт ваҡытында һауа шарттарының насарланыуын иҫәптә тоторға саҡыра. Әгәр артыҡ кәрәк булмаһа, был осорҙа өйҙә ҡалыу яҡшыраҡ.

Ҡышҡы ваҡытта автомобилдә йөрөгәндә бик ипле булыу мөһим. Ҡапыл боролоуҙан, һыҙаттан һыҙатҡа күсеүҙән ҡасырға, тейешле интервал һәм дистанцияны һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәрәк. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын мотлаҡ эләктерегеҙ.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баш ҡала урамдарында ла, федераль һәм республика юлдарында ла тикшереүҙе көсәйтелгән тәртиптә алып бара. Кәрәк була ҡалһа, ЮХХДИ идаралығының дежур часына 235-84-02, 233-27-31 телефондары йәки Өфөнөң дежур часына 237-84-80, 237-02-02 һандарын йыйып шылтырата алаһығыҙ. Әле бөтә нарядтар ҙа водителдәргә ғәмәли ярҙам күрһәтергә әҙер.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Альфия Мингалиева