Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь , 11:00

Икәү сығып өлгөргән, тағы икеһе һәләк булған

Аяныслы хәл кисә төндә була. 14 минут эсендә...

Икәү сығып өлгөргән, тағы икеһе һәләк булған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, кисә төндә Өфө ҡалаһындағы ике фатирлы бер ҡатлы йорттарҙың береһенә ут тоҡана. Уның бер яғында күптән кеше йәшәмәгән була.

Ут сығыу тураһында хәбәр алынғас та, янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына йүнәлә. 14 минут эсендә "ҡыҙыл әтәс" тулыһынса ауыҙлыҡлана, әммә был юлы ла фажиғә ҡорбанһыҙ үтмәй. Ике ирҙең мәйете табыла, әле уларҙың шәхестәре асыҡлана. Вафат булыусылар йәшәү урыны булмаған асарбаҡтар булыуы мөмкин, тигән фараз да бар.

Йорттоң ике фатирында йәшәгән ике кеше үҙҙәре ут солғанышынан сыға алған, улар зыян күрмәгән.

Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре өйрәнелә. Статистикаға ярашлы, һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш төшөрөү янғын сәбәбенә әүерелә. Тимәк, кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡарамай, ябайыраҡ итеп әйткәндә, уларҙы үтәмәй.

Ут менән һаҡ эш итегеҙ, бурҙан ҡалһа ла, уттан бер нәмә лә ҡалмауын хәтерҙән сығармағыҙ!

Фото: oek.su

Автор:Карима Усманова