Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь , 09:30

Ҡош киҙеүе беҙгә килеп етте! Ҡаҙ-өйрәктәрегеҙҙе һуйып өлгөрҙөгөҙмө?

Зарарланған биләмәләрҙән ҡоштарҙы һатыу-һатып алыу, һуйыу, урамға сығарыу, сит кешеләрҙе фермаға индереү тыйыла.

Ҡош киҙеүе беҙгә килеп етте! Ҡаҙ-өйрәктәрегеҙҙе һуйып өлгөрҙөгөҙмө?

Кисә Благовар районы хакимиәтенең ҡарары буйынса район биләмәһендә ҡош ҡиҙеүе сығанаҡтары асыҡланыуына бәйле ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Был - ауырыуҙы таратмау маҡсатында күрелгән сара.

Ҡарарға ярашлы, Благовар ветеринария станцияһы хәлде даими күҙәтеп торасаҡ. Зарарланған биләмәләрҙән ҡоштарҙы һатыу-һатып алыу, һуйыу, урамға сығарыу, сит кешеләрҙе фермаға индереү тыйыла. Ҡоштарҙы юҡ итеү буйынса саралар етди күҙәтеү аҫтында башҡарыласаҡ, башҡа райондарға сығарыуға юл ҡуймаҫҡа, тип әйтелә ҡарарҙа.

Шулай уҡ Языков үҙәк район дауаханаһы ауырыуҙарҙы ҡабул итеүгә әҙер булырға тейеш.

Фото: m.123ru.net

Автор:Рәмилә Мусина