Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ноябрь , 09:30

Ҡар яуып та өлгөрмәне...

Нуриман районының "Бухта Кила" ял базаһында 12 кеше ҡар өйөмөндә ҡалған. Уларҙың бишәүһе - балалар.

Ҡар яуып та өлгөрмәне...

Ҡар яуып та өлгөрмәне, халыҡ ҡышты һағынып, ҡар шыуырға, саф һауала булырға тәбиғәт ҡосағына, ял итеү урындарына ашыҡты. Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Нуриман районында туристарҙың балалары менән ҡарҙа ҡамалап ҡалыуҙары хаҡында хәбәр алына. Ваҡиға урынына шунда уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ҡотҡарыусылар отряды ярҙамға ашыға.

- Беҙ, балалар менән үҙебеҙгә таныш булған "Бухта Кила" ял базаһынан Гоголь быуаһына ҡарай квадроциклдарҙа йөрөргә сыҡтыҡ. Ҡарҙың шул тиклем күп яуыуына беҙ әҙер булмай сыҡтыҡ, шуға күрә бер нисә квадроциклдар сафтан сыҡты, - ти ярҙам һораусыларҙың береһе.

Әйткәндәй, ял итергә сыҡҡан төркөмдә бөтәһе 12 кеше була, уларҙың бишәүһе - балалар.

Ҡотҡарыусыларға бер нисә тапҡыр ваҡиға урынынан ял базаһына йөрөргә тура килә. Шулай ҙа ярҙам һораусыларҙың барыһы ла һәм шул иҫәптән, техникалары ла имен-һау ял базаһына ҡайтарыла. Алдағы тәүлектәрҙә республикала болотло һауа торошо фаразлана. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ иһә ҡар, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы мөмкин. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Шуға күрә ҡайҙалыр ял итергә йә иһә тәбиғәткә сығыр алдынан һауа торошоноң нисек булыуына иғтибар итергә кәрәк. Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү ҙә мотлаҡ, бигерәк тә техниканың төҙөк булыуын алдан тикшереү кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙыҙ һаҡлағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ!

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Карима Усманова