Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ноябрь , 23:00

Ни күререн белмәйенсә...

Күрәҙәсенән ярҙам һораған

Ни күререн белмәйенсә...

Интернет селтәре аша кем генә ниндәй генә тәҡдим менән сыҡмай! Йондоҙнамә менән киләсәкте асыҡлаусылар, күберәк аҡса эшләргә ярҙам итеүселәр, яҙмышыңды юраусылыр, сирҙәреңдән арындырыусылар...

Уларҙың ярҙамын ҡабул итеү өсөн теләктән тыш аҡсаң да мул булһын. Бындай хеҙмәттәр күрһәтеү менән етди шөғөлләнгәндәре лә бар, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта еңел аҡса көҫәп алдарға маташыусылары ла, уларҙан алданыусылар ҙа етерлек.
Бына ғибрәт булырлыҡ йәнә бер миҫал.

Сентябрь башында 58 йәшлек ҡатын "Тик-ток"та ҡыҙыҡтырырлыҡ видео күрә, унда ир "Таро" кәрте менән ярҙам итә алыуы тураһында һөйләй.
Ҡатындың ошо мәлдәрҙә ҡыҙы сирләп торған була, шуның өсөн әлеге реклама менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Ир менән яҙышып килешкәндән һуң, кәрт ярҙамында киләсәген ишетеү, яҙмышында нимәнелер үҙгәртеү өсөн 550 һум аҡсаһын күсерә. Ире менән ҡыҙының араһын яҡшыртыуға тип тә аҡса ебәрә.


Таросы клиентын ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй, яңынан-яңы тәҡдим сығарып ҡына тора: ҡыҙың ауырығанға бөтә туғандарыңды ла дауаларға кәрәк, ти ул. Был ғөрөфтө үткәрмәһә, уларҙы ҙур хәтәр көтә, тип ҡурҡыта.


Һөҙөмтәлә ҡатын бер файҙаһыҙға бик күп суммалағы аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Һуңлап булһа ла, ҡатын алдаҡсыға тап булыуын аңлай ҙа бит...


Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Тикшерелмәгән, билдәһеҙ сайттарҙың һылтанмаларына инмәгеҙ, тип йәнә бер тапҡыр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Фото:picsy.ru

Автор:Аклима Гизатуллина