Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ноябрь , 10:30

Ун бала йәшәгән йортта ут сыға...

Балаларҙың туғыҙы бәләкәй – етәүһе мәктәптә уҡыған, икәүһе балалар баҡсаһына йөрөгән, бер өлкән улдары айырым Өфөлә йәшәй.

Ун бала йәшәгән йортта ут сыға...

Кисә кис күп балалы ғаилә өсөн саҡ ҙур фажиғә менән тамамланмай. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Кушнаренко районының Субай ауылындағы йортта ут сығыуы тураһында хәбәр килә.

Янғын 10 метрға 12 метр ҙурлыҡтағы йортта сыға. Ул бүрәнәнән булған, бер өлөшө кирбестән, йорт профнастил менән көпләнгән. Йорттоң эсендә мунса ла урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын өйҙө юҡҡа сығарған.

Шуныһы ҡыуаныслы, янғын һөҙөмтәһендә үлгән һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ. Был йортта ун балаһы булған ғаилә йәшәгән. Балаларҙың туғыҙы бәләкәй – етәүһе мәктәптә уҡыған, икәүһе балалар баҡсаһына йөрөгән, бер өлкән улдары айырым Өфөлә йәшәй. Йортҡа автономлы янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған. Ул үҙенең тәғәйенләнешен үтәгән һәм ғаиләне ваҡытында янғын тураһында иҫкәрткән.

Ғаилә ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына барыуҙан баш тартҡан, әлегә улар дуҫтарында йәшәйәсәк. Ғаилә имен тип иҫәпләнә. Янғындың сәбәптәрен урында эшләгән тәүтикшереүселәр асыҡлаясаҡ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева