Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ноябрь , 14:30

Юлға сыҡмай торорға кәңәш итәләр

Ярҙам кәрәк булғанда, ҡайҙа шылтыратырға?

Юлға сыҡмай торорға кәңәш итәләр

Башҡортостанда ҡарлы-буранлы һауа торошо һаҡлана. Ошоға бәйле республиканың ЮХХДИ идаралығы юлға сығырға йыйынған йәки ҡайҙалыр китеп барған кешеләргә ошо йәһәттән һаҡланырға саҡыра. Мохтажлыҡ булмағанда, сәфәр сыҡмай торорға кәңәш итәләр.

Ҡыш автомобилдә йөрөү икеләтә хәүеф тыуҙыра. Көтөлмәгән хәрәкәттәр эшләүҙән йәки икенсе һыҙатҡа сығыуҙан тыйылырға, арауыҡты һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш ителә. Мотлаҡ рәүештә хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағып ултырығыҙ.

ЮХХХДИ хеҙмәткәрҙәре баш ҡала һәм федераль, республика юлдарында көсәйтелгән режимды эшләй. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, республиканың ЮХХДИ идаралығына – 235-84-02, 233-27-31, Өфө ҡалаһының ЮХХДИ бүлегенә 237-84-80, 237-02-02 телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ. Барлыҡ нарядтар ҙа тәү сиратта водителдәргә ярҙам итеү маҡсатында эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, айырым райондарҙа көслө буран, еүеш ҡар ағастарға һәм сымдарға һырый, юлдарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтыһы күҙәтелә, ел урыны менән секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫә, юлда күреүсәнлек 500 метрҙан кәм. Кисен дә шундай һауа торошо һаҡланасаҡ.

Юлдарығыҙ имен булһын, тиҙлекте арттырмай, ҡабаланмай йөрөгөҙ! 

 

Фото: m.severpost.ru

Автор:Рәмилә Мусина