Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Ноябрь , 16:30

"Ҡалған балаларым өсөн йәшәргә тырышам"

Янғында ирен һәм балаһын юғалтҡан ҡатын бөгөн уларҙы ерләне... 

"Ҡалған балаларым өсөн йәшәргә тырышам"

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған ҡурҡыныс янғын тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡалала урынлашҡан шәхси йортта төн уртаһында ут сыға. Өйҙә был ваҡытта 34 йәшлек ғаилә башлығы һәм өс бала була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир кеше һәм 12 йәшлек малай һәләк була, ике бала ҡотолоп ҡала.

Әсәй кеше был ваҡытта эштә була. Ирина Ғ. белдереүенсә, ул быяла заводында эшләй, ә ире “Магнит” селтәрендәге бүлеү үҙәгендә келәттә эшләгән. Янғын сыҡҡан көндө ир ҡатынын эшкә алып бара ла үҙе балалары янына ашыға.

Ирен һәм балаһын юғалтҡан ҡатындың әле шок хәлендә булыуы аңлашыла. Өйө яныуы һәм яҡындарының һәләк булыуы тураһында уға күршеләре хәбәр итә. Ул эшкә киске 8-се яртыла киткән, ул саҡта барыһы ла һәйбәт булған. Янғындың нимәнән сығыуын әйтә алмай.

– Һаман айный, нимә булғанын аңлай алмайбыҙ. Кесе улым бәләкәй – аңлай ҙа кеүек, онотоп та ебәрә. Ә 14 йәшлек ҡыҙым шок хәлендә. Ул бик ауыр кисерә, үҙенә бикләнде. Мин өс балам өсөн тынысланырға тырышам. Иң ҙур ҡыҙыбыҙ Ҡазанда уҡый, бөгөн ерләүгә ҡайта. Беҙгә бик ауыр, – ти Ирина.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 14 йәшлек өлкән ҡыҙ иң беренсе булып уянған һәм ҡустыһын өйҙән сығарған. Күршеһенә йорттоң мансарда ҡатында бәләкәй ҡусытыһы ҡалыуы тураһында әйткән. Ир өй стеналары буйлап менеп, баланы ҡотҡарған.

Бик үкенесле, тыштағы 12 йәшлек малай ни сәбәп менәндер кире өйгә инеп киткән һәм ҡабат сыға алмаған. Ғаилә башлығы ла янғында һәләк булған.

Был ғаиләне һәр кем тик ыңғай яҡтан ғына телгә ала.

– Күп балалы, тәрбиәле, итәғәтле ғаилә. Аталары ла, әсәләре лә - һәйбәт кешеләр, эшләп йөрөйҙәр ине, – тигән улар тураһында ҡыҙҙары уҡыған мәктәптә.

Ғөмүмән, күршеләре лә уларҙы яҡшы кешеләр тип ҡылыҡһырлай. Шуныһы, 2019 йылда уларға янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама бирелгән булған, әммә улар уны ни эшләптер ҡуймаған. Бәлки, ваҡытында ҡуйып, батарейкаларын тикшереп торһалар, бындай фажиғә булмаҫ та ине лә бит...

Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Рөстәм Ғәзизов был ваҡиғаға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Ул, ғаиләгә бөтә яҡлап та ярҙам күрһәтеләсәк, тине.

“Йыл һайын беҙ янғындарҙа күпләп кеше юғалтабыҙ, балалар һәләк була. Бер яҡтан, янғын тураһында бөтәбеҙ ҙә бөтәһен дә беләбеҙ кеүек, улар тураһында хәтерләтеп торһалар, йән дә көйөп китә. Шул уҡ ваҡытта, практиканан күренеүенсә, беҙ ҡағиҙәләрҙе бик үтәмәйбеҙ. Фажиғә һәр кем менән булырға мөмкин. Үҙеңде янғында нисек тоторға кәрәклеген белергә кәрәк. Быға мәктәптә уҡытыу ғына етмәй, ғаиләлә лә ошо турала һөйләшергә кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”, – тип яҙҙы ул.

Бөгөн янғында һәләк булған ир менән малайҙы ерләнеләр. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: социаль селтәрҙән. 

Автор:Альфия Мингалиева