Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Ноябрь , 22:00

Ул тиклем алыҫҡа нисек барып еткән?

Республикабыҙҙан 13 йәшлек үҫмер йыраҡтағы 29 йәшлек ир янына ҡасып сығып киткән...

Ул тиклем алыҫҡа нисек барып еткән?

Республикала һуңғы ваҡытта кешеләрҙең, шул иҫәптән үҫмерҙәрҙең юғалыу осраҡтары артты.

Мәҫәлән, ике көн элек баш ҡалала 13 йәшлек ҡыҙ ғәйеп була. Ҡото осҡан әсәһе шунда уҡ полицияға ғариза бирә. Эшкә ирекмәндәр ҙә ҡушыла һәм бөтә республика буйлап баланы эҙләү башлана.

Ә ошо көндәрҙә ҡыҙ табыла. Әллә ҡайҙағы Ульяновск өлкәһенән! Баҡһаң, үҫмер унда 29 йәшлек һөйгәне янына киткән булған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы өлкәнең Димитровград тигән ҡалаһында тапҡан. Ул Петр тигән ир менән бергә булған. Үҫмерҙең был ҡалаға нисек барып еткәне билдәле түгел. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре уны урындағы бүлексәгә саҡырған. Бала был ҡалаға нисек килеп еткәнен һөйләп бирергә тейеш. Аҙаҡ уны әсәһе янына Өфөгә ебәрәсәктәр.

Был хәлдә шуныһы аптырата: ярар инде 13 йәшлек бала әллә ни уйламай эш иткәндер, ә 29 йәшлек ир нимәһен ҡарап күрәләтә баланы әллә ҡайҙа саҡырған?

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева