Кисә Учалы районының Илтабан ауылында янғын сығыуы теркәлгән. "Ҡыҙыл әтәс" бер йортто ялмап алған. Ут сығыу тураһында хәбәр алынғас та, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса дәүләт комитетының Янғынға ҡаршы хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фажиғә лә ҡорбанһыҙ түгел: 1951 йылда тыуған ирҙең кәүҙәһе табыла.
Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре өйрәнелә. Статистикаға ярашлы, һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Тимәк, кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡарамай, ябайыраҡ итеп әйткәндә, уларҙы үтәмәй.
Хөрмәтле республика халҡы! Йыл башынан республикала 10 меңдән ашыу янғын сыҡҡан, унда 236 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғын тигән ҙур бәләнән һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә иғтибар итергә һәм уларҙы бер һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:
– асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡандырылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
– тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырмағыҙ;
– электр селтәренә ҙур көсөргәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ, уларҙы балаларға ышанып ҡалдырмағыҙ;
– изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ;
– сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә яҡмағыҙ. Мейес алдына 50-гә 70 сантиметрлы йоҡа тимер киҫәге ҡағығыҙ;
– мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптермәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларҙы бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнатмағыҙ. Еңел янып китеүсән материалдар һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Уларға ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – янғын тураһында иҫкәртеүсе автономлы ҡулайлама. Ул янғын сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш сығарып сырылдап кешеләрҙе иҫкәртә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!