Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Ноябрь , 15:00

Фажиғә булғанын көтәләрме?

Ҡыйыҡтан ҡар төшөп 22 йәшлек ҡыҙ зыян күрә.

Фажиғә булғанын көтәләрме?

Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл Коммунистик урамындағы 65-се йорт эргәһендә теркәлә. Ҡыҙға медицина ярҙамы күрһәтелә. Бәхеткә күрә, ул иҫән.

Хәүефле участка ҡала хеҙмәттәре тарафынан уратылып алынған, ҡар төшөү ихтималлығын иҫкәртеүсе табличкалар ҡуйылған. Ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартыу эштәре бөгөнгә планлаштырылған.

“Һауа температураһы нуль градус тирәһе булып, күп ҡар яуғанда ҡыйыҡтарҙан ҡар шыуып төшөүе ихтимал. Бындай ваҡытта торлаҡ йорттарға яҡын булыу, бигерәк тә ҡыйыҡта ҡар өйөмө йыйылған осраҡта, хәүеф менән янай. Ҡар шыуыу хәүефе хаҡында иҫкәрткән кәртәләргә, табличкаларға иғтибар итеү мөһим", - ти белгестәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков, Совет районында урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бәйле хәл башҡа һыйғыһыҙ, тип белдерҙе. Ҡар таҙартыу өсөн яуаплы муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы эштән ҡыуылды.

Аҡыллыға – ишара, тиҙәрме әле?

“Башинформ” фотоһы.

Автор:Римма Султанова