

Кисә Өфөләге 126-сы мәктәптә ут сыҡҡайны. Сәбәбе асыҡланған: пиротехник әйберҙәр тәьҫиренән тиҙ тоҡаныусан материалдарҙың янып китеүе. Асыҡлап әйткәндә, фейерверк йә петарда яныуынан йәки шартлауынан ут тоҡанған.
Ҡотҡарыусылар фаразлауынса, малайҙарҙың спорт залындағы сисенеү-кейенеү бүлмәһендә саңғы ботинкаһы янып киткән һәм мәктәптә төтөн таралған.
Бынан тыш, 7-се кластағы ике үҫмерҙә петардалар табыла. Уларҙың ата-әсәһе белем усағына саҡыртылған. Ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Хәбәр иткәнебеҙсә, спорт ҡорамалдары һаҡланған 15 квадрат метрлыҡ бүлмәлә ут сыҡҡан ине. Мәктәптән 354 кеше эвакуацияланған, шуларҙың 324-е -- уҡыусы бала.
Яңы йыл байрамы етә, пиротехник әйберҙәр күпләп һатыла. Бала-сағаның шуҡлығы, өлкәндәрҙең дә һаҡһыҙлығы арҡаһында ҙур бәләләр булыуы ихтимал. Иғтибарлылыҡты һәм яуаплылыҡты көсәйтергә кәрәк. Петардалар шартлауынан мәктәптең көлө күккә осоуы ла бар ине... Һаҡ булайыҡ!
Фото: mospravda.ru