Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Ноябрь 2021, 17:10

Баймаҡ районында карантин иғлан ителде

Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған 1-се Төркмән ауылында һыйыр малында йоғошло дерматит ауырыуы билдәләре асыҡланған. 

Баймаҡ районында карантин иғлан ителде
Баймаҡ районында карантин иғлан ителде

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә, һыйыр малына ҡурҡыныс сир янай, карантин иғлан ителде, тип хәбәр итә.

Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған 1-се Төркмән ауылында, атап әйткәндә, 17 шәхси хужалыҡта 124 баш һәм ике крәҫтиән (фермер) хужалығында 76 баш малда сир билдәләре күҙәтелгән. Малдарҙың барыһы ла юҡ ителгән, ҡалғандарына хәүеф янамай.

«Бөгөн беҙ сир таралған ауылдарҙа халыҡ менән осраштыҡ, белгестәр уларҙың һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Кешенең күҙ төбәп торған малы сирләй, шуға күрә был проблема күптәрҙе борсой. Сирҙе бөтөрөү һәм иҫкәртеү маҡсатында тораҡ пункттарға карантин посы ҡуйылды. Карантин 3-4 аҙнаға индерелде, әлегә хәл даими күҙәтеүгә алынды. Иртәгә беҙгә вакцина килтерелергә тейеш, ул 15 саҡрым радиустағы барлыҡ малдарға ла эшләнәсәк. Яҡынса һигеҙ ауыл. Әлбиттә, 2021 йыл ауыл хужалығы өсөн еңелдән булманы: ҡара сиңерткә, ебәк күбәләге, ҡоролоҡ, һуңынан урман янғындары өҫтәлде. Әлеге проблеманы иһә тиҙ арала хәл итербеҙ тип ышанам», - тип белдерә район башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов.

Сирҙең билдәләре: биҙгәк тотоу, ауырлыҡ юғалтыу, тире аҫты күҙәнәклегенең һәм эске ағзаларҙың шешенеүе, тирелә һәм эске ағзаларҙа төйөрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе, күҙҙең, тын юлының лайлалы тиресәләре шешеүе.

Муниципалитет башлығы киләһе ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен һорап, Баймаҡ районы халҡына мөрәжәғәт итте:

- Баймаҡ районының дәүләт ветеринар хеҙмәте менән килешмәйенсә сит төбәктәрҙән мал индереү тыйыла;

- мал һатып алыу, һатыу, үрсем алыу хаҡында, шулай уҡ мал ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта дәүләт ветеринар хеҙмәтенә хәбәр итеү мотлаҡ;

- ветеринарҙарға тикшереүҙе һәм прививкалауҙы ойошторорға ярҙам итеү талап ителә;

- малды һуйыр алдынан һәм һуйғандан һуң ветеринарҙарға күрһәтеү мотлаҡ.

Әгәр малығыҙҙа нодуляр дерматит билдәләре күҙәтелһә, кисекмәҫтән ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ: +7(34751)3-33-21; +7 (34751) 3-32-37.

Фото: "Башинформ".

 

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: