Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Ноябрь , 13:00

"Беҙ хәҙер алтау ғына ҡалдыҡ..."

"Һеңлебеҙ шул тиклем тормошто яратты, үҙенә ҡул һалғанына ышанмайбыҙ", - ти уның ағаһы. 

"Беҙ хәҙер алтау ғына ҡалдыҡ..."

Үткән ялдарҙа Өфөлә фажиғә булды: Архитектор Кәлимуллин урамындағы күп фатирлы йорттоң 18-се ҡатынан ҡатын ҡолап төшөп һәләк булды. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ул 31 йәшлек Кристина У. булып сыға. Был ҡурҡыныс мәл камераға эләгеп, социаль селтәрҙәр буйлап таралды.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның үлем сәбәбе йөрөгән егете менән ташлашыуы булыуы ихтимал. Был саҡта уның янында әхирәте булған, ул Кристинаны насар уйҙарынан арындырырға тырышҡан, әммә фажиғәне туҡтата алмаған.

Был хәл ҡатындың туғандары өсөн оло шок. Уның бер туған ағаһы белдереүенсә, Кристина күп балалы ҙур ғаиләлә үҫкән. Ата-әсәһе биш малай һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Әсәләре күптән вафат булып ҡалған, аталары ауылда йәшәй. Әле балаларҙың бөтәһе лә тиерлек Белоретта көн күрә, ә Кристина өлкән апаһы менән Өфөлә йәшәгән.

“Беҙ хәҙер алтау ҡалдыҡ. Элегерәк, 16 йәшендә ҡустыбыҙҙы ток һуғып үлгәйне, ә хәҙер һеңлебеҙ ҙә һәләк булды. Беҙ, өлкән балалар, бөтәбеҙ ҙә Белоретта тыуҙыҡ. Аҙаҡ атай-әсәйебеҙ күсе китеп, Кристина Силәбе өлкәһендә тыуғайны, аҙаҡ Өфөгә күсте. Ул үҙенә ҡул һала алмағандыр, бөтәбеҙ ҙә шулай уйлайбыҙ. Бының өсөн бер сәбәп тә юҡ ине. Ул тормошто яратты. Уға Өфөлә фатир алырға ярҙам иттек, эшләй ине, үҙен ҡарап ҡына йөрөнө – барыһы ла яҡшы ине. Йөрөгән егете менән ташлашҡан тигәненә бер нимә лә әйтә алмайым. Өфөлә ул башлыса апаһы менән аралаша ине”, – тигән “Башинформ” агентлығына Кристинаның ағаһы.

Яҡындары ҡатынды Белоретта, өләсәһе ҡәбере янында ерләгән. Хәҙер улар яратҡан һеңлеләренең нилектән үлгәнен белергә теләй. Әлеге ваҡытта Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетында был хәл менән шөғөлләнәләр һәм ҡатындың үлеме сәбәбен асыҡлайҙар.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева